Улар төп эшенән буш ваҡытта бергә йыйылып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейемдәр тегә.
Әле «Фәрештәнең алтын ҡулдары» Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусылар носилкалар эшләй. Ҡайыштан үрелгән еңел носилкалар бәрелештәр барған урындарҙа йыш кәрәк була, ти улар.
Төҫлө ҡәләмдәр менән ҡатын-ҡыҙҙар, әйтерһең дә, һүрәт төшөрә. Әммә был ижади түңәрәк түгел. Гүзәл заттар хәрби хәрәкәттәрҙә иң кәрәкле әйбер – носилкалар тегә. Тәүҙә селтәр өҫтәлдәге ҡалыпҡа һалына, һуңынан теген машинаһында нығытып ҡуйыла.
«Фәрештәнең алтын ҡулдары» хәрәкәтен илдең баш ҡалаһында хәрби операцияға ҡушылған ирҙең ҡатыны ойоштора. Хәҙер инде уға төрлө ҡалаларҙан йөҙәрләп гүзәл зат ҡушылған. Өфөлә йәшәүсе Динә Ғәлиева ла ирекмәндәр сафына тәүгеләрҙән булып баҫа. Тәүҙә ул хәрби кәрәк-яраҡтарҙы өйөндә етештерә. Һуңынан баш ҡаланың тегеү фабрикаһы уға бушлай бүлмә һәм теген машиналары бирә.
«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» ойошмаһы ирекмәндәре һалдаттарға йылы әйберҙәр етештерә. Был хәрәкәт тә тотош Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән. Өфөлә уларҙы ҡала хакимиәте эш бүлмәһе менән тәьмин иткән. Туҡыма, инструменттар менән дә ярҙам итә. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар материалдарҙы үҙ иҫәбенә һатып ала.
Әле ирекмәндәр һалҡындарҙан һаҡланыу өсөн снуд, йылы кофталар тегә. Һалдаттар бәйләп йөрөгән аҡ һәм георгий таҫмаларын әҙерләй. Кейемдәрҙең кеҫәләренә тәмлекәстәр, изге теләктәр яҙып хаттар ҙа һала. Иң мөһиме ил һаҡсыларының күңеле өшөмәһен, ти гүзәл заттар.
Айнур Кәбиров






