Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Йоматау ауылында яралыларҙы эвакуациялау госпитале урынлаша. Дауалау йортонда йәки тимер юл буйлап килгәндә һәләк булыусылар мәңгелеккә башҡорт ерен төйәк итә.
Бынан тыш, Украиналағы махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән Владимир Лосевтың да кәүҙәһе ошо зыярат биләмәһендә ерләнгән. Төҙөкләндерелгән әруахтар йортон БЮТ ижади төркөмө барып күҙе.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Татарстандан Вәли Шәйәхмәтов хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Яҡындары яугирҙы ҡайҙа ғына эҙләмәй. Байтаҡ йылдар үткәндән һуң туғандары ҡыҙыл армеецтың ҡәберен Башҡортостанда таба. Асыҡланыуынса, яуҙа яраланған Вәли поезд менән Йоматауҙағы госпиталгә килтерелә. 1943 йылдың октябрендә ул ауыр йәхәхәттәрҙән вафат була.
Йоматау ауылындағы мемориаль хәрби зыяратта быйыл федераль маҡсатлы програма ярҙамында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Был эшкә 2 миллион ярым һум аҡса йәлеп ителгән. Әруахтар йортонда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 149 яугир ерләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәренең исеме әле булһа ла билдәһеҙ.
Быйыл мартта Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Владимир Лосев та ошо зыяратта ерләнгән. Хәрби антына мәңгелеккә тоғро ҡалған яугир Йоматауҙың оло ғорурлығы. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында бөгөн сержант йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.
Владимир Лосев Ватан һаҡсыһы юлын аңлы рәүештә һайлай. Яҡындар әйтеүенсә, 25 йәшлек егет тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булды. Йоматау егете үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән.
Илдар Байбулатов






