Бизнес өсөн ярҙам сараларын арттырыу эшҡыуарлыҡты үҫтерергә булышлыҡ итәсәк

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров халыҡ-ара экспорт форумында белдерҙе.

«Рәсәйҙә эшләнгән-2022» тип аталған халыҡ-ара экспорт форумы өс көн дауамында Мәскәүҙә бара. Сарала республика делегацияһы ла ҡатнаша.

Билдәле эксперттар, эшҡыуарҙар импортты алмаштырыу, сит ил баҙарына сығыу талаптары хаҡында фекер алыша. Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостандың экспортты үҫтереү йәһәтенән уңышлы эш тәжрибәһе бар.

Премьер-министрҙың сығышы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Белоусовта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ул был йүнәлештәге эшмәкәрлек менән танышыу өсөн эш сәфәре менән республикаға киләсәген белдерҙе.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ