Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уның штандарты беҙҙең яҙыусыларға тапшырылды.
Ҡаланан ҡалаға күсеп йөрөүсе әҙәби сара 2015 йылдан Евразия халыҡтары ассамблеяһы әҙәби советы рәйесе Маргарита Аль тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Һүҙ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилеваға.
Фестиваль беренсе тапҡыр алты йыл элек Ҡырымда, Алушта ҡалаһында уҙған. Артабан Мәскәү, Сочи, Төмән, Баҡы, Истамбул ҡалаларында ойошторолған. Әҙәби сара өсөн Өфө осраҡлы һайланмаған. Фестиваль сиктәрендә яҙыусылар араһында конкурс уҙғарыла.
Былтырғы әҙәби алышта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатира һәм юмор оҫтаһы, Марсель Сәлимовтың «Алтын кеше» китабы еңеп сыҡҡан.
Фестивалдең маҡсаты – Рәсәйҙә һәм унан ситтә йәшәүсе ҡәләм тирбәтеүселәрҙе берләштереү. Берҙәм бөтә рәсәй һәм евразия әҙәби майҙансығын булдырыу.
Фестивалдә Мәскәү, Ҡазан, Төмән, Ҡалмыҡстандың Элиста ҡалаһынан һәм башҡа төбәктәрҙән әҙәбиәтселәр ҡатнаша. Түңәрәк өҫтәлдәр, проза һәм поэзия жанрҙарында әҙәби уҡыуҙар, яҙыуылар менән ижади кисәләр ҡаралған.
Фестиваль өс көн дауам итә. Ҡунаҡтар Өфөләге музейҙарға, иҫтәлекле урындарға барасаҡ. «Лиффт» киләһе йылда ҡайһы ҡалаға күсәсәге әҙәби конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында иртәгә билдәләнә.
Рәмилә Исмәғилева



