Баш ҡаланың иң яҡшы автосервисы

Өфөлә 19-сы тапҡыр автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау станциялары араһында оҫталыҡ конкурсы башланды. Быйыл бәйгелә еңеүселәр 12 номинация буйынса асыҡланды.

Автомобилдәргә плёнка йәбештереү йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Үтә күренмәле материал транспорт саралары кузовын ҙур булмаған зыяндан һаҡлай. Сифатлы йәбештерелгән пленка биш йыл дауамында ла водителгә тоғро хеҙмәт мөмкин. Өфө ҡала хакимиәте башланғысы менән быйыл тәүге тапҡыр тюнинг һәм кузовты һаҡлау йүнәлешендәге белгестәр ҙә үҙ оҫталығын һынаны. Эштең сифатын илдең төрлө ҡалаларынан килгән абруйлы судьялары баһаланы.

Бөгөн Өфөлә 400-ҙән ашыу автосервис иҫәпләнә. Әлбиттә, миллионлы ҡала өсөн был әллә ни күп түгел. Шулай ҙа белгестәр сервистарға булған ихтыяж тулыһынса ҡаплана тигән фекерҙә.

Хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын камиллаштырыу һәм эшсе һөнәрҙәрҙең арбуйын арттырыуға арналған конкурста «Иң яҡшы автосервистар» ҙа асыҡлана. Киләһе бәйге автомобиль йыуыусылар араһында уҙа.

Бала саҡта хәтерләйем, юл буйында автомобилен ремонтлап торған водителдәр йыш осрай торғайны. Бөгөн бындай күренеш бөтөнләй юҡ тиерлек. Тимәк, беҙҙең ҡала автосервистар менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән һәм транспорт саралары төҙөк хәлдә тигән һығымта яһарға мөмкин.

Денис Ғәниев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ