Республика башлығы Радий Хәбиров төбәк эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы етәкселеге һәм тармаҡ белгестәре алдына ошондай маҡсат ҡуйҙы.
Республика йортонда үткән ултырышта йәйге туризм тармағына йомғаҡ яһалды, ҡышҡы ял программаһына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл ғинуарҙан августҡа тиклем Башҡортостанда 1 миллион 200 меңдән ашыу турист ял иткән. Ял итеүселәргә 8 млрд һумға хеҙмәттәр күрһәтелгән. Был һандар уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 23 процентҡа күберәк.
Төбәктә эске туризмды үҫтереү өсөн федераль бюджет ярҙамын йәлеп итеү буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Быйыл кемпингтар һәм яңы туристик маршруттар ойоштороу өсөн генә 335 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Өлкән йәштәге граждандар һәм балаларға социаль ял программалары исемлеге киңәйтелгән. Йыл аҙағына тиклем республикала 11 мең мәктәп уҡыусыһы яңы туристик маршруты буйынса сәйәхәт итәсәк тип көтөлә.
Флорида Ким



