Радий Хәбиров DeafSkills һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатын асыу сараһында ҡатнашты

Ярышта һаңғырау һәм ишетеү һәләте насар булған студенттар сығыш яһай. Өфөгә чемпионатҡа Рәсәйҙең 45 төбәгенән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан 350 егет һәм ҡыҙ килде.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыштар Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәге һәм Өфөләге 8 колледжда ойошторола. Студенттар 34 йүнәлеш буйынса белемен күрһәтә. Улар араһында биҙәүестәр яһау, визаж, робот техникаһы, вед-дизайн, ағас эше, туризм бар. Чемпионат иртәгә тамамлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ