Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы ағзалары Өфө ҡалаһы буйынса Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы идаралығының тәфтиш изоляторын тикшерҙе.
Комиссия ағзалары ғәйепләнеүселәрҙе тикшереү бокстарын, медицина ярҙамы күрһәтеү, душ бүлмәләре, аш-һыу таратыу пунктын, ҡаралтыны дезинфекциялау урынын ҡараны. Шулай уҡ изоляторҙа тороусы граждандар менән аралашты.
Киләһе аҙнала республиканың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы төбәктең тағы бер тәфтиш изоляторын тикшерәсәк.
Әлфинә Килдейәрова






