Уларҙың 23-ө мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡарамағында эшләй. Муниципалитет тарафынан коммерция булмаған ойошмаларға йыл һайын ярты миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелә.
Ғафури районы муниципалитетының грант яулаусылар менән берлектәге ыңғай эш тәжрибәһен БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Рәсәй почтаһы хеҙмәткәре Рәмил Йомағоловҡа посылка тапшыра. Бер туған һеңлеһе ебәргән посылканы ул көтөп алған, ҡыуанысының сиге юҡ. Был пансионатҡа төрлө яҙмыш сәбәптәре, ғаилә хәлдәре арҡаһында килгән мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ҡарауыһыҙ ҡалған өлкән быуын вәкилдәре хәстәрлек һәм иғтибар менән уратылған. 87 йәшлек Фәзилә Ишмөхәмәтова пансионаттағы йәшәү шарттары шифаханаларҙыҡынан һис тә кәм булмауын билдәләй.
Пансионат Татар Һаҫыҡкүле ауылында, 4 ай элек асылған, 32 урынлыҡ, әлеге ваҡытта бында республиканың төрлө төбәктәренән 15 кеше йәшәй. Һаулыҡ торошон күҙәтеү, әүҙем, сәләмәт тормош өсөн ҡулай уңайлыҡтар бар, бинаға реконструкция һәм капиталь ремонт үткәрелгән.
«Изге йорт»та өй шарттарына яраҡлаштырылған уңайлы мөхит булдырылған. «Изгелек шишмәһе» коммерция булмаған социаль хеҙмәтләндереү үҙәге 6 йүнәлештә хеҙмәт күрһәтә. Пансионат проектты 4,4 миллон һумға Башҡортостан Башлығы грантына, муниципалитетттан ярты миллион һум күләмендә бүленгән аҡсаға ғәмәлгә ашырылған.
Бынан тыш Ғафури районы үҙәгендә»Илһам» коммерция булмаған белем биреү фонды ла уңышлы эшләй. «Арт-зал» да театр, фән һәм кино үҙәге урынлашҡан. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған, хаҡы 1 миллион 800 мең һумдан ашыу тәшкил иткән , муниципалитеттан миллион һумдан ашыу финанс ярҙамы йүнәлтелгән.
Проекттың төп маҡсаттарының береһе - театраль, вокал эшмәкәрлек аша үҫмерҙәргә һөнәри профориентация биреү, балаларға, 60-тан өлкән көмөш быуын вәкилдәренә, ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгән һәм приют балаларына бушлай киносеанстар үткәреү.
«Гафчик-ТВ» балалар телестудияһы «Илһам» белем биреү фондының айырым ғорурлығы. Проект шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Грант 864 мең , ә муиципалитеттан финанс ярҙамы 153 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Үҫмерҙәр мауыҡтырғыс журналистика, яңы технологиялар, графика, дизайн донъяһына сума. Фильмдар, йәнһүрәттәр төшөрә, ижади конкурстарҙа ҡатнаша.
«Ҡайынҡай» социаль үҫеш фонды иһә Яңғыҙҡайын ауылы мәктәбен 20 заманса компьютер, өҫтәл, ултырғыстар менән тәьмин иткән. Был компьютер класын йыһазландырыуға Рәсәй Президенты грантынан миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән һәм муницпалиттетан 520 мең һумдан ашыу финанс ярҙамы күрһәтелгән.
« Ғаиләләргә ял утрауы» спорт-уйын майҙансығы, «Һаулыҡҡа һәм еңеүгә -өс туп» күп фунуциялы майҙансыҡтары ла Рәсәй Президенты грантына муницпалитет ярҙамы менән төҙөлгән.
Ғафури районында 44 коммерция булмаған ойошма теркәлгән. Социаль проекттарға муниципалитет тарафынан финанс ярҙамы күрһәтелә. Проекттар башында әүҙем, социаль ярҙам күрһәтергә әҙер шәхестәр булыуы ла, 2 йыл эсендә грант йүнәлешендә 56 проектты 43 миллион һумдан ашыу финанс ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Яңғыҙҡайын ауылындағы был шифалы шишмә тарихи хәтерҙе яңыртыу урыны. Рәсәй Президенты гранты ярҙамында «Ҡайынҡай» коммерцияла булмаған ойошма шишмәнең тирә-яғын төҙөкләндереп, егет саҡтарынан ошо эсәр һыу сығанағын егет сағынан тәрбиәләүсе Советтар Союзы Геройы Закир Әсфәндиәровтың исемен биргән.
Гүзәл Борханова






