Президент Владимир Путин ил хөкүмәте янында Координация советы булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул махсус операция ихтыяждары өсөн яуаплы була. Яңы структура хәрбиҙәрҙе кәрәк-яраҡ һәм техника менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә тейеш. Уны премьер-министр Михаил Мишустин етәкләй.







