Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам дауам итә. Өфөлә 4 һәм 6 йәшлек улдары менән йәшәүсе Маргарита Ғафурова обой йәбештерешергә үтенеп ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт иткән.
Улар йәшәгән фатирҙарында йәйгеһен ремонт эшләй башлаған. Ғаилә башлығы өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле хәрби бәрелештәр биләмәһендә бурысын үтәй. Шуға күрә ремонтты тамамларға ирекмәндәр ярҙам итә.
Тәү сиратта улар обой йәбештерҙе. Сиратта аш-һыу бүлмәһен тәртипкә килтереү тора. Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам кәрәк булған осраҡта, улар экранда күрһәтелгән ирекмәндәр штабының телефон һандары буйынса шылтыратып хәбәр итә ала.
Әлфинә Килдейәрова






