Халыҡ тарихын бейеүҙәрҙә мәңгеләштергән Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулды

Ошо уңайҙан бөйөк балетмейстерҙың исемен йөрөткән академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тамаша тәҡдим итте.

Концерт программаһы башлыса Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр торҙо. Бейеү тамашаһын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.

Был бейеүҙә «Төнъяҡ амурҙары»ның даны, ҡыйыулығы сағыла. 20-сы быуаттың бөйөк хореографы, башҡорт халыҡ бейеүен академик кимәлгә еткереүсе Фәйзи Әҙеһәм улының тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған тамашала алтын фондҡа ингән «Төнъяҡ амурҙары», «Ете ҡыҙ», «Заһиҙә», «Гөлнәзирә». Сараға йыйылған халыҡ башҡорт моңона, бейеүҙәренә һәм милли кейеменә тамаша ҡылды.

Ул – илһөйәрлек миҫалы. Күп михнәттәр күреп, етем үҫкән Фәйзи Әҙеһәм улы талантлы яҡташтарыбыҙҙың береһе. СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумы, Ленинград хореография училищеһын тамалап, тәжрибә туплаған белгес Башҡортостанда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һала. Әле уның исемен йөрөткән академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хореографтың иң сағыу бейеүҙәрен һәм уның тураһында хәтирәләрҙе һаҡлап килә.

Бөтә донъяға билдәле Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сит илдәрҙә лә, Башҡортостандың ауыл, ҡалаларында ла яратып һәм көтөп ҡаршы алалар. Һуңғы йылдарҙа ансамблдең репертуары балетмейстерҙың үҙе ҡуйған бейеүҙәре менән байытыла, шул осор сәхнә костюмдары тергеҙелә.

Сарала бер төркөм артистарға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова дәүләт наградалары тапшырҙы. Милли сәнғәтебеҙ, башҡорт академик бейеүен башҡарыу йолаларын һаҡлап килеүсе ансамбль артабан да халыҡ күңелендә ғорурлыҡ тойғоларын уятасаҡ әле тигән өмөт бар.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ