Мобилизацияланғандар ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ирекмәндәр штабы вәкилдәре хужалыҡ һәм йорт эше буйынса ярҙам күрһәтә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килә. Баймаҡ районының ирекмәндәр штабы координаторы Гөлсинә Сирғәлина һөйләй.
Мобилизацияланғандарҙың туғандары көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 800 201 89 03 ҡыҙыу линия телефоны буйынса шылтырата ала.







