Уның төп маҡсаты - махсус инструменттар һәм станоктар менән йыһазландырылған эш майҙансыҡтарын булдырыу. Этностудияла йәштәр тәжрибәле оҫталарҙың ҡул аҫтында туҡыу, кейеҙ баҫыу, көршәксе эше, ҡорама ҡорау техникаһын һынап ҡарай, төрлө алымдарҙы ҡулланып, туҡыма ҡурсаҡтар эшләү, сәйлән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә ала. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина һөйләй.







