Кушнаренко районынан Әхсән Нәсибуллиндың “Һөт ранчоһы” проекты яҡынса 9 миллион һум грант ала. Баймаҡ районынан Динис Өмөтбаевтың “Башҡорт йәйләүе” проекты яҡынса 5 миллион һумға эйә була.
“Агротуризм” конкурсына грантҡа 63 төбәктән 223 заявка ебәрелгән. Махсус комиссия 73 проектты һайлап алған. Быйылдан фермерҙар ауыл туризмын үҫтереү өсөн 3 миллион һумдан 10 миллионғаса грантҡа дәғүә итә ала.







