- Бер аҙнала Башҡортостанда ике гуманитар йөк тәғәйенләнгән урынға барып етте. Уларҙа Шайморатов һәм Достовалов исемдәрен йөрөткән отрядтар өсөн кәрәк-яраҡ тейәлгән. Термокйейем, йылы әйберҙәр, аяҡ кейеме, эш ҡоралдары, медицина препараттары алып барылды. Посылкаларҙың бер өлөшөн хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары әҙерләне. Гуманитар йөктәр тағы буласаҡ, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.








