“Бала доғалары ҡабул була”. “Аҡбуҙат” журналы Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса видеоконкурс иғлан итте. Ул социаль селтәрҙә ойошторола. Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина ярыш шарттары менән таныштыра.
Конкурс ошо аҙнала тамамлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә танышырға була.







