“Киттек!” сәфәр шоуы Бөрйәндә яңы сығарылыш төшөрҙө. “Райондың тәбиғәт ынйылары Мәскәү ҡунаҡтарын таң ҡалдырҙы”, - ти “Шүлгәнташ мәмерйәһе” ҡурсаулығы етәксеһе Фәүзил Маликов.
Мәскәү журналистары Мария Осадник һәм Евгений Покровский Мәләүез районы Воскресенск ауылында ла булды. Улар Воскресенск баҡыр иретеү заводы тарихы тураһында һөйләй, халыҡтың ҡунаҡсыллығын күрһәтә, урындағы диалектта аралаша. “Киттек!” тапшырыуын 29 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да ҡарарға була.







