Мәҙәни сараның тәүге көнөндә джаз концерты баш ҡаланың «Артквадрат» майҙанында үтһә, кесе йома Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин исемендәге концерт залында дауам итте.
Концерт программаһында йәш башҡарыусылар һәм билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Сәхнәнән классик джаз музыкаһы өлгөләре, заманса композициялар һәм эстрада йырҙары яңғыраны.
Фестивалдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Азамат Хәсәншин белдереүенсә, ике көндө лә концерттарҙың тамашасы шығырым тулы залда үтеүе джаз сәнғәтенең йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулай барыуын иҫбатлай. Музыкаль ижадтың был йүнәлешен йәш быуын вәкилдәре лә үҙ итә.






