Йорттарына ҡайтарылған күп балалы атайҙар урынына башҡа ир-егеттәр мобилизацияланасаҡ

Был турала Радий Хәбиров бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарарына ярашлы, мобилизацияға 4 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, йәки ҡатынының дүртенсегә 22 аҙнанан күберәк ауыры булған ирҙәр саҡырылмай ине. Әммә күп һанлы мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып, был документҡа үҙәрештәр индерелеүе мөмкин.

Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә 16 йәшкә тиклемге 3 балаһы булған атайҙарҙы хәрби әҙерлек полигондарынан ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бөтәһе 200 кеше.

Минең уйлауымса, был ғәҙел буласаҡ. Әммә мобилизация планын үтәү өсөн, ҡайтарылғандар урынына башҡаларҙы мобилизацияларға тура килә. Беҙ резерв составының аҙ ғына процентын саҡырҙыҡ, шуға ҡатмарлыҡтар булмаҫҡа тейеш, тине Радий Хәбиров.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ