Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Волга буйы федераль округы төбәктәренең закондар сығарыу органдары ҡарамағындағы Йәштәр парламенттары ассоциациялары ағзалары ултырышы үтте.
Әүҙем йәштәр ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эшлекле тәҡдимдәр, яңы проекттар менән сығыш яһаны.
Удмурт, Татарстан республикалары, Һамар өлкәһе, Пермь крайынан Йәштәр парламенттары ассоциациялары вәкилдәре үҙ төбәктәрендә уңышлы эшләгән проекттары тураһында һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты. Өфөлә йәш парламентерҙар уйлап сығарған «Хәстәрлек картаһы» проекты эшләй. Электрон ҡушымта оло йәштәгеләр һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҡам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда шулай уҡ йәш ғалимдар эшмәкәрлегенә арналған бөтә Рәсәй күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Башҡортостандың 64 ғалимы ҡатнаша. Күргәҙмә йәштәргә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, фәнни эшмәкәрлектең абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолған. Экспозицияны Рәсәйҙең тағы ла 40 төбәгендә асыу күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова






