Башҡортостан батальондарына икенсе гуманитар ылау тапшырылды

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

Шайморатов һәм Доставалов батальондарында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға иң кәрәкле әйберҙәрҙе илттек. Йылы эске кейем, ҡышҡы өҫ кейеме һәм аяҡ кейемдәре, термос, эш ҡоралдары, йоҡо ҡапсыҡтары алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең эшен һәм көнкүрешен еңеләйтергә мөмкинлек бирер, тигән ышаныс белдергән Башҡортостан башлығы.

Ылауҙа музыка ҡоралдары ла бар. Иң ҡәҙерлеһе иһә яҡындары ебәргән посылкалар һәм хат хәбәр.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ