Бишбүләк районында сусҡа итенән чипсы етештерелә башлаған

Уңыш формулаһы. Коронавирус пандемияһы осоронда эшҡыуар Айваз Миһранов Өфөлә шаурма бизнесын юғалтып, ғаиләһе менән Бишбүләк районына күсенә. Йүнсел килемһеҙ ҡалдым тип төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә яңы эш башлауға үҙендә көс таба.

 Михайловка ауылындағы ташландыҡ бинаны төҙөкләндереп, ярымфабрикаттар, ит продукцияһы етештереү цехы ойоштора. Тырышлыҡ һөҙөмтәһе тураһында киләһе яҙма.

Бишбүләк районында сусҡа итенән чипсы етештерелә башлаған. Эшҡыуар Айваз Миһранов коронавирус пандемияһы ваҡытында баш ҡаланан ҡатынының тыуған ауылы - Михайловкаға күсенеп, яңы бизнес-идеяһын тормошҡа ашыра башлаған. Быға тиклем шаурма һатыу менән шөғөлләнһә, хәҙер ассортимент киңерәк. Купаттар, билмәне лә бар.

Михайловка ауылында урынлашҡан был бина оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә булған. Айваз Миһранов объектты күреп ҡалып, һатып ала. Ремонт эштәре башлай. Әлегә дөйөм майҙандың өстән бер өлөшөндә цех урынлашҡан, биш кешегә яңы эш урыны булдырылған. Шулай уҡ йүнсел бында кафе асырға ла теләй.

Бинаға документтарҙы юллап, эш асыуҙа ауыл биләмәһе башлығы менән райондың бизнес-шерифы ярҙам күрһәткән. Социаль контракт сиктәрендә эшҡыуар һыуытҡыс, ит үткәргес кеүек ҡорамалдар һатып алыуға 250 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Шулай уҡ дәүләт программаһы ярҙамында көнкүреш техникаға киткән сығымдарын кәметкән. Айваз Миһранов «Минең бизнес» үҙәгендә «Социаль эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» программаһы буйынса уҡыу ҙа үткән

Әлегә цехта көнөнә ҡырҡ килограмм билмән етештерелә. Яҡын арала был күрһәткесте ике-өс тапҡырға арттырыу күҙаллана. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла Михайловканан. Илдар Бирҙеғолов төп һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, быға тиклем Бәләбәйгә йөрөп эшләгән. Ауылда яңы предприятие асылыуын ишетеү менән хеҙмәт урынын алмаштырырға ҡарар итә. Мөмкинлектәре сикләнгән ҡатыны Валентина ла ниһайәт күңеленә ятҡан эш тапҡан.

Ярымфабрикаттар әҙерләгәндә урындағы фермерҙарҙың продукцияһы ҡулланыла. Цехтың тулы ҡеүәттә эшләй башлауына ни бары өс ай булыуға ҡарамаҫтан, Бишбүләктә етештерелгән билмәнде баш ҡала магазиндарында ла күрергә мөмкин.

Баш ҡаланан ауылға күсенгән йүнсел Михайловкала мал һуйыу цехы төҙөү маҡсаты менән яна. Шулай уҡ икмәк продукцияһын етештерә башларға ниәтләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ