Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүсе Төбәк операторы ҡыйҙы айырым йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Әле Октябрский ҡалаһында алты фандомат урынлаштырылған.
Уларға штрих-коды булған пластик йә алюминий һауыттарҙы тапшырырға була. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыусы кешеләргә автомат яуап итеп эко-бонустар бирә. Телефон иҫәбенә күскән балдарҙы интернет-кибеттәрҙә ташлама рәүешендә ҡулланырға була. Бер фандомат бер меңгә тиклем пластик һәм алюминий һауыт ҡабул итә.
Лилиә Мәҡсүтова






