Өфөлә мәктәп ашнаҡсыһына һәйкәл барлыҡҡа килде

Архитектур композиция баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙаны янында ғына урынлашҡан  35-се мәктәп алдына ҡуйылды. 

Әлегәсә Рәсәйҙә бындай арт объект булғаны юҡ ине. Әммә ашнаҡсы һөнәренең дә беҙҙең йәшәйештә, киләсәк быуын тәрбиәләүҙә  мөһим роль уйнауын оноторға ярамай, ти һәйкәл ҡуйыусылар. Сөнки беҙҙең сәләмәтлек тә ризыҡҡа бәйле. Туҡланыу культураһы мәктәп ңэскәмейәһенән башланырға тейеш, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Башҡортостанда үҙ ашханаһы булған 200 меңдән ашыу мәктәб бар. Уларҙа 5 мең тирәһе ашнаҡсы эшләй. Башҡортостан балалар туҡланыуы сифаты буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы төбәк һанала. Һәм бөгөн асылған һәйкәл ошо күрһәткескә ирешеүгә өлөш индереүсе, балаларҙы тәмле итеп ашатыусы һәр кемгә рәхмәт билдәһе.

Алексей Гусев Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ