Шаран районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Артур Сәйетов иҫтәлегенә Шаран районында мини-футбол буйынса асыҡ турнир ойошторолдо.
Бәйгелә Шаран һәм Илеш райондары, Туймазы ҡалаһынан 5 команда көс һынашты. Артур Сәйетовтың яҡташтары ла Яңы Тумбағош ауылы командаһын булдырҙы. Турнир юҡҡа ғына футбол буйынса ойошторолмаған.
Артур үҙе лә спорт һөйҙө, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты, тип хәтерләй яҡындары. Райондаштары турнирҙы йыл һайын ойошторорға ҡарар итте.
Лилиә Мәҡсүтова



