27 октябрь киске сәғәт етелә, БСТ, Башҡортостан 24, «Вся Уфа», «Сәләм» ЮТВ телеканалдары һәм «Юлдаш» радиоһы эфирында Радий Хәбиров көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә.
Башҡортостан башлығына һорауҙарҙы республика етәксеһенең Бәйләнештә һәм Синыфташтар социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә комментарий аша, йәки Башҡортостан башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлеккә йөкләнгән видеоһорау форматында бирергә мөмкин.
Тура бәйләнештән шулай уҡ, Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә трансляция ойошторола.






