Өфөләге предприятиеларҙың береһе армия ихтыяждары өсөн тимер мейестәр етештерә башлаған

Барыһы ла фронт өсөн. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы лозунг бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Киреһенсә, махсус хәрби операция Рәсәй халҡын берләштереп, изге ғәмәлдәр ҡылырға саҡырҙы.

Өфөләге предприятиеларҙың береһе армия ихтыяждары өсөн тимер мейестәр етештерә башлаған. 30 йылытҡыстан торған тәүге партия хәрбиҙәргә оҙатылған да инде. Ҡыҙыу цехта эштәр барышы менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Был егеттәргә тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк икәнен аңлатып тороу кәрәкмәй. Сөнки улар металдан төрлө продукция етештереү менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Күптән түгел хеҙмәткәрҙәр Рәсәй армияһы өсөн ҙур булмаған мейестәр сығара башлаған. Был ҡоролмалар ярҙамында хәрбиҙәр үҙҙәренә ашарға бешереп, йәшәгән урындарын йылыта ала.

Йәмғиәт етәкселеге хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү хыялы менән күптән яна. Хеҙмәткәрҙәр төрлө варианттар тәҡдим итә, шулай ҙа көндәрҙең һалҡынайтыуын иҫәпкә алып улар иң ҡулайы мейес булыр тигән ҡарарға килә. Әлеге ваҡытта 30 йылытҡыстан торған тәүге партия хәрбиҙәргә оҙатылған да инде. 

Махсус операция ҡатнашыусылар мейесте үҙҙәре менән йөрөтәсәк. Сөнки ул әллә ни ауыр түгел. Цех хеҙмәткәрҙәре лә иң мөһиме ҡоролманың мобиль булыуына ҙур иғтибар бүлергә тырышҡан.

Республиканың башҡа төбәктәрендә лә хәрбиҙәр өсөн тимер мейестәр етештерелә. Әйтәйек, Бөрө эшҡыуары Вячеслав Сабиров Ватан һаҡсыларына ике тиҫтәнән ашыу йылытыу ҡоролмаһы оҙатҡан. Ихтыяж тыуған осраҡта ул илдең Ҡораллы көстәрен яңы  буржуйкалар менән тәьмин итергә әҙер.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ