Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәренең закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышы үтә

Күләмле сарала Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин да ҡатнаша.

Парламент етәксеһе Башҡортостанға килеү менән, тәү сиратта, Өфө дәүләт нефть техник университеты эшмәкәрлеге менән танышты. Заманса йыһазландырылған лабораториялар, аудиторияларҙы ҡараны, студенттар менән аралашты.

Әйткәндәй, Фәрит Хәйрулла улы 1979 йылда үҙе лә тап был юғары уҡыу йортон тамамлаған. Журналистар менән интервьюһында ла ул нефть һәм газ йүнәлешен үҫтереүҙә тәжрибәле кадрҙар әҙерләүҙә башҡорт вузының өлөшө баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ