Белгестәр был йыһан күренешен йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе тип атай. Ай Ҡояштың бер өлөшөн ҡаплай. Шуға ла уның сағыулығы кәмей. Бөгөн Культура.РФ. порталы ҡояш тотолоуҙы тура эфирҙа күрһәтә. Өфөлә йыһан күренеше 14 сәғәт 44 минутта башлана һәм 2 сәғәт ярым дауам итә.







