Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләләренә сүп-сар сығарыуҙа ташлама була

Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә шуға бәйле мәсьәлә ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төбәк операторҙары менән берлектә тәҡдимде өйрәнергә һәм льгота бирергә ҡушылды. Ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу темаһы күтәрелде. Һуңғы ике йылда төҫлө контейнерҙар һатып алыуға федераль бюджеттан 180 миллион һум йәлеп ителгән. Сүп-сарҙы эшкәртеү комплекстары төҙөлөшөнә лә айырым иғтибар ителде. 2030 йылға республикала бөтә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары айырып йыйылырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләләренә сүп-сар сығарыуҙа ташлама була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ