Радий Хәбиров Волга буйы округы төбәктәренең Ҡанун сығарыу власы органдары ултырышында сығыш яһаны

Унда Рәсәй президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм 14 төбәктән парламентарийҙар ҡатнаша. Ултырышта мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә импортҡа алмаш мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала һанлы инфраструктураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы өс йылда 3 меңдән ашыу социаль ойошма юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Башҡортостанда Мәғлүмәтте эшкәртеү һәм таратыу үҙәге булдырылды. Ауыл хужалығы, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, төҙөлөш, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармаҡтарында һанлы алымдар әүҙем ҡулланыла.

Фото №1 - Радий Хәбиров Волга буйы округы төбәктәренең Ҡанун сығарыу власы органдары ултырышында сығыш яһаны
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ