Был эшмәкәрлек Волга буйы федераль округы төбәктәрендә тормошҡа ашырылған «Менталь сәләмәтлек» проекты сиктәрендә алып барыла.
Бөгөн уны тормошҡа ашырыу барышы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә ҡаралды. Башҡортостан социаль программала былтырҙан ҡатнаша.
Ул төбәктә аутизм менән сирләгән балаларҙың теүәл һанын асыҡларға ярҙам иткән. 1 октябргә иҫәптә 17 йәшкә тиклемге 1 мең 877 бала тора.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, беҙҙә был категорияға комплекслы ярҙам саралары ҡаралған. Республика психиатрия дауаханаһында аутизм менән сирле балаларға ярҙам итеү буйынса медицина кабинеты эшләй, шулай уҡ менталь проблемаһы булған кешеләр коррекция мәктәптәре базаһындағы ресурс үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.
Рәмзиә Кәримова






