Салауат районы йүнселдәре үҙ көстәре менән гуманитар ылау туплай. УАЗ автомобиле, 20 тонна һыу, ойоҡбаш-бейәләйҙәр яҡын арала хәрбиҙәргә юлланасаҡ. Изге миссияны башҡарыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Трасса буйлап һауа торошона ла, юлһыҙ урындарға ла бирешеп бармаусан УАЗ автомобиле елә. Уны Салауат районына Хәрби бәрелештәр ветерандары советы рәйесе Рөстәм Хөснуллин дуҫтары менән Пермь ҡалаһынан алып ҡайта. Әле автомобиль төрлө ҡоролмалар менән йыһазландырыла, эске яғы йылытыла.
Афған һуғышын үткән Рөстәм Хөснуллин 2015 йылдан алып Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар йөк туплауҙа һәм уны Донбасс халҡына еткереүҙә ҡатнаша. Был юлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 1-се мина батареяһы ҡарамағына тулы приводлы УАЗ автомобилен еткерергә ниәтләй. Уны гуманитар ылау составында хәрби бәрелештәр зонаһына оҙатыу күҙаллана.
Ил һаҡсыларына ярҙам күрһәтеүҙә урындағы эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла. Илгизәр Хәзип улы йыл башынан алып Донбасҡа 60 тонна һыу тейәп ебәргән.
Һыу – ул йәшәү сығанағы. Уның менән Рәсәй составына ингән яңы төбәктәрҙе һәм хәрбиҙәрҙе тәьмин итеү мөһим тигән фекерҙә, йүнсел.
Ир-егеттәрҙең ышаныслы тылын гүзәл заттар булдыра. Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙарының күңел йылыһы менән күҙ нуры һалынып бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр, эс кейемдәре, олтораҡ һәм бирсәткәләр йәшниктәргә туплана. Һәр әйбер эсенә йылы һүҙҙәр яҙылған хаттар, хатта мәтрүшкә үләндәре төрөлгән.
Салауат районында йыйылған гуманитар йөк яҡын арала ил тынысылығы өсөн көрәшеүселәргә еткереләсәк. Ләкин бының менән генә гуманитар миссия туҡтатылмай, ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк, сөнки йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итергә ашҡыныусыларҙы «Барыһы ла еңеү өсөн» тигән билдәле юлдар дәртләндерә.
Әлфинә Килдейәрова






