Бишбүләк районынан эшҡыуар Азат Фәйзуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальондарын «Ракета» тип исемләнгән мейес менән тәьмин итә. Әлегә тәүге партия алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Хәрбиҙәр ялан шарттарында ҡулланыуға тәғәйенләнгән йылытыу ҡулайламаһын юғары баһалаған.
Тиҙ һүтеп йыйыла, йөрөтөүгә еңел. Ил һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам менән тағы ла ун мобиль мейес ебәреү күҙаллана. Әлегә цехта профиль торбанан яңылары йыйыла. Шулай уҡ һәр ҡулайламаны ҡаплауға тыш тегелә.
Бишбүләк ауылында махсус операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ҡабул итеү буйынса пункт ойошторолған. Эшҡыуарҙар, битараф булмаған кешеләр хәрбиҙәргә йылы кейемдәр, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, медицина препараттары килтерә. Әлегә Өфө аша ике йөк машинаһы ылау оҙатылған.
Гөлназ Хәйбуллина






