Башҡортостанда эшһеҙлек күрһәткесе тарихи минимумға 3,3 процентҡа тиклем төшкән.
Был турала «Хеҙмәт баҙары киләсәге» тип исемләнгән төбәк-ара форумда билдәләнде. Ковидҡа, санкцияларға ҡаршы ваҡытында күрелгән саралар тотороҡло үҫеш нигеҙенә әйләнә. Форумдың пленар өлөшөндә яңы ысынбарлыҡта ил иҡтисадын тиҙ яраҡлаштырыу, эске баҙар позицияларын һаҡлап ҡалыу, импортты алмаштырыу кеүек темалар күтәрелде.
Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге президенты Александр Шохин билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан ителеп, көслө баҫым булыуға ҡарамаҫтан эшһеҙлек кимәле кәмеүе күҙәтелә.
Ике көнгә иҫәпләнгән форумда дәүләт власы органдары, эре бизнес, профсоюз, йәштәр берләшмәләре вәкилдәре, бизнес-шерифтар, ғилми эшмәкәрҙәр ҡатнаша. Сара сиктәрендә «Хеҙмәт баҙары», «Эш биреүселәр менән асыҡ диалог», «Бәләкәй бизнес», «Йәштәр сәйәсәте», «Иҡтисади ҡарарҙар марафоны» кеүек тематик сессиялар эшләй.
«Альтернатива» пластмасс изделиелар заводы етәксеһе Раил Фәхретдинов билдәләүенсә, бөгөн сәнәғәт, иҡтисад үҫеше өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә.
Гөлназ Хәйбуллина



