Масхус операцияла ҡатнашыусылар кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә

Ил хөкүмәте өҫтәмә саралар тураһында ҡарар ҡабул иткән, тейешле аҡса бүленгән. Был турала армия ихтыяждары буйынса координация советы ултырышында премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. Ул шулай уҡ Оборона министрлығына хәрбиҙәргә түләүҙәр өсөн финанс  күсерелеүе тураһында  хәбәр итте. Быға тиклем Владимир Путин һәр хәрбигә айына кәмендә 195 мең һум түләнергә тейешлеге тураһында  белдерҙе.

Фото №1 - Масхус операцияла ҡатнашыусылар кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ