Картина нигеҙенә Юрий Ветлугиндың ысын тарихы һалынған. Шулай уҡ ябай урам һепереүсеһен билдәле кешегә әйләндергән фотограф Рома хаҡында ла һүҙ бара. Фильмдың бер өлөшө Өфөлә лә төшөрөлә. “Урам һепереүсеһе Юра” киләһе йыл апрелдә киң экрандарға сыға.







