Китап уҡыусылар һәм тәнҡитселәр уны тәбиғәт йырсыһы, урман һаҡсыһы тип атаны. Әҙип Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай, һуңынан республика матбуғатында эшләй. Яҙыусы әҫәрҙәрендә тәбиғәтте ҡурсалау, урманды һаҡлау, тирә-яҡ мөхит һәм кеше темаларын һүрәтләй. “Ноғман Мусин һуңғы һулышына тиклем халыҡ рухы һағында торҙо”, - ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.
“Ноғман Мусин беҙҙе әҙәбиәткә тоғро булырға өйрәтте. Үҙе яҡшы өлгө күрһәтте”, - ти “Шоңҡар” журналы баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов.
Яҙыусыны иҫкә алыу сараһы Менделеев урамы, 7 кәсер 1 һанлы йорт ихатаһында үтә. Иҫтәлекле таҡтаташ әҙип йәшәгән йорт диуарына беркетелә. 31 октябрҙә Ноғман Мусиндың вафат булыуына 1 йыл тула.







