«Сода» компанияһы ҡараған «Эколь» йәмғиәте Рәсәй өсөн яңы тауар-хәләл стандарты буйынса кер йыуыу порошогы сығарыуҙы яйға һалды тип яҙа, социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Төп үҙенсәлеге, уның составы. Үҫемлек майҙары урынына башлыса пальма майы нигеҙендәге ингридиенттар ҡулланыла. Тиҙ арала «Хәләл Зифа» порошогы Башҡортостандың сауҙа кәштәләрендә урын алыр.
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә һатыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран кеүек илдәрҙең баҙарҙарына сығыу мөмкинлеге лә ҡарала.



