Ул «Хеҙмәт баҙары киләсәге» төбәк-ара форумы сиктәрендә ойошторолдо. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән сарала власть органдары, бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта яңы иҡтисади ысынбарлыҡта төҙөлөш тармағының хәле, дәүләт ярҙамы саралары ҡаралды. Шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөн проектлы финанслау, ипотека тураһында ла һүҙ барҙы.
Гөлназ Хәйбуллина



