Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы хәбәр итә.
Уҙған аҙнала 24 меңдән ашыу кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 43 проценты 14 йәшкә тиклемге балалар. Статистиканан күренеүсә грипп һәм ОРВИ йоҡтороу осраҡтары яҡынса 9 процентҡа артҡан.
Табиптар киҙеү осоронда халыҡ күпләп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә, битлек кейергә тәҡдим итә.
Рафиҡ Әхмәтшин



