Башҡортостанда һыуҙа ваба вибриондары табылмаған

Мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙә эсер һыу сығанаҡтарында ваба табылыуы тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығынан ошо турала хәбәр итәләр. Ведомство һыу сифатын һәм хәүефһеҙлеген етди контролдә тота.

Һыу селтәрҙәре һәм һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарынан даими һыу өлгөһө алына. Ул микробиология, вирустар һәм санитар-химик күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Алынған бөтә пробалар гигиена талаптарына яуап бирә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ