Был турала бөгөн республика башлығы рәйеслегендә уҙған «Транспорт сәғәте»ндә белдерелде.
Әле республика трассаларында 1 мең 694 фото, видео камера иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, заман технологияһы юл фажиғәләрен кәметергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, быйыл 2 мең 780 авария теркәлгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 10,3 процентҡа кәмерәк.
«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ юлдарҙа йөк контроле пункттарын асыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле Башҡортостанда бөтәһе 13 автоматлаштырылған комплекс эшләй. Киләсәктә уларҙы 20-гә тиклем еткереү күҙаллана.
Аныҡлап әйткәндә, 3 йөк контроле ҡоролмаһы Сибай-Аҡъяр юлына урынлаштырыла. Ултырышта ҡаралған тағы ла бер тема Өфө урам-юл селтәре менән бәйле. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә баш ҡалала Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге транспорт үткәүелен сафҡа индереү ҡаралған.
Әле майҙанда ағастар ултыртыла, юл ситенә яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла. Был – Өфөгә ингән төп юл, етешһеҙлектәр булырға тейеш түгел, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы бар транспорт объекттарында ла заманса алымдар ҡулланырға ҡушты.
Тағы ла бер мөһим инфраструктура нөктәһе – Киров районында Әй урамының дауамын төҙөү. Ул баш ҡаланың көньяҡ зонаһында транспорт ағымын көйләргә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова






