Тап көндәр һыуытҡас авариялар арта. Шуға күрә автоһәүәҫкәрҙәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға һәм юлда иғтибарлы булырға кәңәш ителә. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Руль артындағыларҙың көҙгө мәшәҡәттәре башланды. Ирина Шевченко – йәш автоһәүәҫкәр, автомобилде ул әле бер йыл ғына йөрөтә. Нуғай ауылында йәшәүсе ханым юлда үҙен ышансылы тотоу өсөн шиномонтажға инеп йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алмаштырырға ҡарар итә.
Шиномонтаж өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҡыҙыу осор етте. Ҡыш яҡынлашыу менән эш графигы ла, клиенттар һаны ла үҙгәрә. Сират әле улай уҡ күп түгел, яҡынса бер сәғәт тирәһе көтөргә тура килә. Күпселек автосервистар уңайлы булһын өсөн алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Шулай ҙа көндән-көн хәүефһеҙлеген хәстәрләгән водителдәр арта.
Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ла «резинаны оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа» кәңәш итә. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: алдағы, ян-яҡтағы транспорт менән араны арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, ҡапыл боролмаҫҡа һәм туҡтамаҫҡа тәҡдим итәләр.
Синоптиктар ҙа юлға сығыр алдынан мотлаҡ автомобилде тикшерергә, ә трассала дистанция һаҡларға, көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк тигән фекерҙә. Аҙна аҙағында республика биләмәһенә циклон килеүе һәм һауа торошоноң боҙолоуы ихтимал.
Боҙ өҫтөнән «яланғас» йәйге резинала шыуғансы, ҡышҡыһында йөрөү яҡшыраҡ, тип иҫкәртә белгестәр.
Әлфинә Килдейәрова



