Был турала «Профилактика. Хәүефһеҙлек. Балалар» тип исемләнгән республика форумында билдәләнде. Сара сиктәрендә үҫеп килгән быуын араһында енәйәтте иҫкәртеү мәсьәләләре күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
«Торатау» конгресс-холында шашка буйынса, әйтерһең дә, турнир бара. Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған форум сиктәрендә донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова үҫеп килгән быуын менән осрашып, уларҙа интеллектуаль уйынға оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ил буйынса һәр бишенсе енәйәт бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылына. Шул уҡ ваҡытта ун дүрт йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар араһында ла формаль рәүештә статьяға эләккән аҙым яһаусылар бар.
Бының сәбәптәре төрлө. Хәүеф төркөмөндә, тәү сиратта, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар. Бәлиғ булмағандар араһында енәйәт профилактикаһы һорауҙары буйынса ойошторолған республика форумына район-ҡалаларҙан мәктәп уҡыусылары, урта махсус уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Улар өсөн «Һөҙөмтәле коммуникация нигеҙҙәре», «Креатив фекерләү», «Үҙеңде табыу» буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Республикала үҫеп килгән быуын араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса комплекслы эш алып барыла. Ата-әсәләр берләшмәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. «Проблемалы» балалар менән эшләгән педагогтарҙың квалификацияһы арттырыла. Уҡыусыларҙың мәктәптән тыш өҫтәмә мәшғүллегенә баҫым яһала. Бөгөн өҫтәмә белем биреү системаһына ярты миллиондан ашыу малай-ҡыҙ йәлеп ителгән. Һуңғы өс йылда ғына «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә төбәккә ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Форум сиктәрендә мәктәптәге буллинг, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙар, заманса деструктив ағымдарға ҡаршы көрәш алымдары ла билдәләнде. Тематик майҙансыҡтарға мәғариф өлкәһе белгестәре, психологтар, күҙәтеүсе органдар эшләне. Шулай уҡ фойела үҫмерҙәр өсөн автоматты йыйып-һүтеү, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Саранан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
Бөгөн республикала ике мең ярымдан ашыу бала мәктәп эсендәге иҫәптә тора. был күрһәткесте кәметеү маҡсатында имен булмаған ғаиләләр менән эште йәнләндереү, уларҙы йәмәғәт проекттарын йәлеп итеү талап ителә. Белгестәр билдәләүенсә п балалар менән генә түгел, ата-әсәләр менән дә профилактик тәрбиә эше алып барырға кәрәк.
Гөлназ Хәйбуллина



