Ағиҙел ҡалаһында ҡояш электр станцияһы сафҡа инде

Экологик йәһәттән таҙа энергия сығанағы консервацияланған атом электр станцияһы биләмәһендә барлыҡҡа килде. Беренсенән, ул төбәк иҡтисады, тормош шарттарын яҡшыртыуға ҙур аҙым булһа, икенсенән урындағы ҡаҙнаға йөк булып торған сәнәғәт зонаһын ниһайәт, эшкә йәлеп итеү.

Урал тауҙарында урынлашҡан төбәк өсөн ҡояштың һәр нуры ла ҡәҙерле. Шуға күрә уны тотоусы панелдәрҙе лә ентекле көйләйҙәр. Ҡояш электр станцияһының һәр модуле ике яҡлы. Нурҙы улар өҫтән дә, аҫтан да ала.

Заманса модулдәр ҡояш нурҙары бик һирәк төшкән ҡыш айҙарында ла энергия туплау мөмкинлеге бирә. Ике станцияның дөйөм ҡеүәте 10 мегаватҡа етә. Сағыштыру өсөн Ағиҙел ҡалаһы үҙе тәүлегенә 8 мегаватт сарыф итә. Йәғни, ҡояштан алынған электр сәнәғәт кимәлендә ҡулланыуға ла етәсәк.

Газ, күмер ҙә, ғөмүмән, бер ниндәй ҙә яғыулыҡ ҡулланылмай. Йәғни, йәшел энергия. Әлбиттә, ҡояшҡа ныҡ бәйлебеҙ. Ҡайһы саҡта хатта, генераторҙарҙың туҡтауы ла ихтимал, әммә яҡты көндәрҙә дөйөм электр селтәрҙәренә ҙур ярҙам.

Рәмил Тимеров, Ағиҙел ҡояш электр станцияһының файҙаланыу хеҙмәте етәксеһе

Ҡояш электр станцияһы Ағиҙел ҡалаһында һуңғы утыҙ йылдағы иң күләмле инвестиция проекты. Уның хаҡы бер миллиард һумға етә. Әйткәндәй, ул йәмәғәтселек баҫымынан һуң консервацияланған атом электр станцияһы майҙанында урынлашҡан.

Атом электр станцияһы төҙөлгәндә барлыҡҡа килгәс беҙ үҙебеҙҙе энергетиктар ҡалаһы тип һанайбыҙ. Әммә 1980 йылдан алып беҙҙең ҡалала бер ниндәй ҙә объект төҙөлгәне булманы. Шуға күрә һалынған инвестицияларҙы ла ниндәйҙер кимәлдә урындағы бюджетҡа килем, тип иҫәпләргә мөмкин. 16 кешегә эш урыны булдырылды. Әммә был ваҡиғаны беҙ оло эштең башы ғына тип ҡабул итиәбеҙ.

Фәнис Ғилуанов, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы

Ағиҙелдәге ҡояш электр станцияһы – төбәктәге етенсе ошондай проект. Быға тиклем экологик таҙа энергия сығанағы Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында төҙөлдө. Әле ҡояш нурҙары тотоусы панелдәр Баймаҡ районында ла урынлаштырыла башланы.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ