Уның яртыһынан күбеһе Әлшәй районы заводына тура килә. Татлы тамырҙың шәкәр кимәле 15,3 процентты тәшкил итә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Заводҡа килтерелгән һәр унынсы татлы тамыр тейәгән йөк машинаһы тикшерелә. Махсус лабораторияла 12 килограмға тиклем алынған сөгөлдөрҙөң торошо, шәкәр кимәле тикшерелә. Был эште оператор Гөлнур Ғилманова инде 35 йыллап алып бара.
Әлшәй районындағы предприятие республиканың йәмғеһе 97 ауыл хужалығы менән хеҙмәттәшлек итә. Быйыл план буйынса завод 700 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү бурысын ҡуйған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
Шунсама күләмдә производствоға ла оҙатыла. Сеймал әҙер продукцияға тиклем төрлө цикл аша үтә. 100 грамм сөгөлдөрҙә, ғөмүмән, 16-17 грамм шәкәр тәшкил итә. Уны хеҙмәткәрҙәр тап техник культураның һутынан етештерә.
Тәүлегенә етештерелгән 4700 тонна самаһы татлы тамырҙан 700-720 тонна шәкәр алына.
Әйткәндәй, бөгөн республикала 68 мең тонна шәкәр етештерелгән. Башҡорстостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, әҙер продукция кимәле 3 тапҡырға күберәк. Бөгөн техник культураны йыйыу эштәре дауам итә. Әле шәкәр сөгөлдөрө сәскән 19 райондың 9-ында баҫыу эштәре тамамланған.
Азат Ғәлиуллин



