Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ноғман Мусинға таҡтаташ асылды. Мемориаль таҡтаташ Менделеев урамында, яҙыусы йәшәгән йортта ҡуйылды. Сараға әҙәбиәт әһелдәре, яҙыусылар, әҙиптең яҡындары һәм яҡташтары килде.
Ноғман Мусин 1931 йылда Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Күренекле прозаиктың 50-нән ашыу китабы бар. «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға» һәм башҡа күп романдары, повестары һәм хикәйәләренең протатиптары – ауыл кешеләре, замандаштары. Яҙыусы һуңғы көндәренә тиклем йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты. 90 йәшлек юбилейын үткәргәндә, үҙе иҫән сағында тыуған мәктәбенә уның исеме бирелде. Әҙәбиәт аҡһаҡалы былтыр 31 октябрҙә арабыҙҙан китте.
Ноғман Мусинды иҫкә алыу Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала дауам итте. Шәхестең ғүмер юлы һәм ижадына арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Ижадташтары уның тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, әҫәрҙәренең һәр заман өсөн популярлығы тураһында билдәләне.
Рәмилә Исмәғилева



