Йәмғиәтте республиканың һәм илдең киләсәге ҡыҙыҡһындыра

 Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Халыҡ фронты төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиев шулай тип белдерҙе. Уның фекеренсә, Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында халыҡ көнүҙәк мәсьәләләр: мобилизация, хәрбиҙәргә түләүҙәр, яугирҙәрҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы хаҡында һорашасаҡ. “Махсус хәрби операция тамамланыр. Унан һуң кешеләрҙе ниндәй тормош көтә? Был төп һорауҙарҙың береһе була”, - тип фаразлай Шамил Вәлиев.

Йәмғиәтте республиканың һәм илдең киләсәге ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш бөгөн киске сәғәт 7-лә була. БСТ, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары, “Юлдаш” һәм Башҡортостан радиоһы тура трансляция алып бара. Былтыр халыҡ менән аралашыу 4 сәғәттән ашыу дауам итте. Республика етәксеһенә социаль селтәрҙәр аша 4 мең 700 самаһы һорау, шулай уҡ 200-ҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителде.

Фото №1 - Йәмғиәтте республиканың һәм илдең киләсәге ҡыҙыҡһындыра
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ